1 сентябрь-Белем көнө!
Сентябрь 2, 2025
Просмотров: 1022
Бөгөн шаулап-гөрләп, бер тында ғына Белем көнөнә арналған тантаналы линейка үтеп китте. Йәйге каникулдан һуң яңы уҡыу йылына көс туплап килгән уҡыусыларҙың ең һыҙғанып уҡырға тотонорона бер шик тә юҡ. Тырыш уҡыусылар булып, ата-әсәләренең ышанысын аҡлауҙарын теләйбеҙ. Ә уҡытыусыларға тырыш, тыңлаусан, тәртипле уҡыусылар, юғары эш хаҡы, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!