1. Ученикам
  2. Новости
  3. Әсәйҙәр көнөнә арналған байрам.Баттал филиалы.

Әсәйҙәр көнөнә арналған байрам.Баттал филиалы.

Декабрь 1, 2025 Просмотров: 376
Әсәй! Ер йѳҙѳндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ - әсәй! Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм ул бѳтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе - әсәй. Әсәнең йомшаҡ ҡулдарын, мѳләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Әсә йѳрәге - иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мѳхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй.
Әсә... Ниндәй бөйөк исем...
Нимә етә әсә булыуға?!
Ҡатындарҙың бөтөн матурлығы,
Сибәрлеге әсә булыуҙа.
Әсәләрҙең күңелдәре балаларҙа,
Бала күңеле тиҙәр далала.
Тик онотмайыҡ шуны:ике килмәй
Хеҙмәт итеү ата-әсәйгә.
Әсәләр көнөнә арналған бик матур концерт үтеп китте. Бик бай йөкмәткеле концертты ҡуйыусы уҡыусыларға, уларҙы әҙерләүсе класс етәкселәренә, ҡарарға килгән әсәйҙәргә, китапханасыға, ҙур рәхмәтБигерәк тә ошо мәктәпте тамамлап сыҡҡан элекке уҡыусыларыбыҙҙы күреүбеҙгә бик шат булдыҡ