1 сентябрь-Белем көнө!Баттал филиалы.
Сентябрь 2, 2025
Просмотров: 1163
1 сентябрь – мөһим, тантаналы байрам, ул кешеләрҙең һәр ваҡыт белемгә ынтылыуын һынландыра. Беҙ ғүмер буйы нимәлер өйрәнәбеҙ, камиллашабыҙ һәм рухи яҡтан үҫеш кисерәбеҙ, мәктәп иһә бына шул башланғысҡа нигеҙ һала.
1 СЕНТЯБРЬ
1 сентябрь тыуа
Үҙе башҡа йәм менән.
Туй-туй бөгөн, белем туйы,
Туй итәбеҙ ғәм менән.
Бар тәбиғәт уңыш йыя,
Ә мәктәптә - яҙ кеүек,
Ҡайҙа баҡма - гөл-сәскәләр,
Сәселә тик наҙ кеүек.
Яҙҙағылай эш башлана,
Орлоғо белем-ғилем,
Белемле бит иленең дә
Ныҡлыраҡ итә билен.
Ил-йорт өсөн ябай түгел,
Оло байрам ул - ысын!
Һәм был көндә һәр бер кеше
Күпмегәлер уҡыусы...
Баттал мәктәбенә быйыл 7 уҡыусы 1 классҡа белем алырға килде.
Ҡәҙерле уҡыусылар!
Мәктәп йылдарында яңы белемгә, оҫталыҡҡа, таҫыллыҡҡа эйә буласаҡһығыҙ.
Һеҙ һәр яҡлап белемле, тыуған ерҙе яратҡан ысын кешеләр булып буй етерһегеҙ, киләсәктә тыуған республика үҫешенә ҙур өлөш индерерһегеҙ! Белем көнө ҡотло булһын!
Лайк
4
Показать список поделившихся