1. Ученикам
  2. Новости
  3. Яңғыраны, һуңғы ҡыңғырау!

Яңғыраны, һуңғы ҡыңғырау!

Май 26, 2025 Просмотров: 2128
    Ҡыңғырау сыңы моңло ла, шатлыҡлы ла. Ул ғүмерҙең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ сағы - бала саҡ, мәктәп менән хушлашыу мәле һәм тәүге тапҡыр оло тормошҡа аяҡ баҫыуҙы хәбәр итә.
Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙ тормоштоң иң мөһим, иң онотолмаҫ тәүге баҫҡысы алдында.         Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, үҙегеҙ теләгән уҡыу йорттарының студенттары булып, районыбыҙға кәрәкле һөнәр эйәләре булыуығыҙҙы теләйбеҙ. Ҡатмарлы ла, оло ла тормош юлына ҡурҡмай аяҡ баҫығыҙ, ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, ниндәй һөнәр кешеләре булһағыҙ ҙа ысын кешеләр булып ҡалығыҙ, күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын!
Аҡ юл һеҙгә!