Һуңғы ҡыңғырау!Баттал филиалы.
Май 27, 2024
Просмотров: 109
Һуңғы ҡыңғырау... Сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн иң тулҡынландырғыс көн бөгөн. Бөтә ил буйынса белем усаҡтарында " Һуңғы ҡыңғырау " тантаналары уҙҙы. Быйыл Баттал мәктәбе үҙенең 10 уҡыусыһын оло тормош юлына оҙатты. Бөгөнгө көн туғыҙынсылар өсөн шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа. Тыуған мәктәптән, дуҫтарҙан, яратҡан уҡытыусыларҙан айырылыуы еңелдәрҙән түгел. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, ниндәй һөнәр һайлаһағыҙ ҙа тормош ауырлыҡтарына бирешмәгеҙ, үҙегеҙгә дөрөҫ һәм лайыҡлы юл табып, ысын кешеләр булып ҡалығыҙ. Күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш класс уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш класс уҡыусылары!