1. Ученикам
  2. Новости
  3. Һуңғы ҡыңғырау!

Һуңғы ҡыңғырау!

Май 25, 2024 Просмотров: 145
Тәүге ҡыңғырау белем асҡыстарын
Балаларҙың бирә ҡулына,
Һуңғы ҡыңғырау башлап алып сыға
Һәр кешене тормош юлына.
9 йыл буйы ҡыңғырауҙар сыңы
Саҡырыу булды һәр бер дәрескә.
Бөгөн улар - саҡырыу һәм оҙатыу
Алда торған оло тормошҡа.
Бөгөн мәктәбебеҙҙә 9-сы класс уҡыусылары өсөн күңелле лә, шул уҡ мәлдә моңһоу ҙа Һуңғы ҡыңғырау байрамы үтеп китте.
Мәктәбебеҙҙә Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Ҡаһарманова Бану Латиф ҡыҙы, яугир- интернационалист Шамиғолов Урал Рәис улы һәм Украина ерендә хәрби операцияла һәләк булған Байзигитов Илнар Илшат улы исемдәренә премиялар булдырылған. Премиялар уҡыу һәм спорт алдынғыһы булған уҡыусыларға тапшырыла. Шуға һәр йылдағыса байрамыбыҙҙың түрен хөрмәтле ҡунаҡтар Бану Латиф ҡыҙы һәм Сания Ғиләж ҡыҙы биҙәне.