1. Ученикам
  2. Новости
  3. Бөйөк еңеүҙең 79 йыллығына арналған митинг.

Бөйөк еңеүҙең 79 йыллығына арналған митинг.

Май 8, 2024 Просмотров: 112
    Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған митинг үтте. Митингыға килгән ҡунаҡтарҙы Миндәк ауыл хакимиәте белгесе Абдрахманова Рузилә Нәжип ҡыҙы һәм мәктәп директоры Сөләймәнов Раян Илдар улы ҡотлап үттеләр.
   Митингыла Бөйөк Еңеүгә арналған шиғырҙар, йырҙар яңғыраны. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең йырҙары һәм бейеүе күңелдәргә хуш килде.
   Тыуған илдең азатлығы өсөн һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һәм веноктар һалынды. Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан сара бер тында үтеп китте. Килгән ҡунаҡтарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Күгебеҙ аяҙ, ер йөҙөндә һәр саҡ тыныслыҡ булһын!