"Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!"
Март 11, 2024
Просмотров: 99
7 март көнө мәктәптә "Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!" конкурсы үтте. Зәлифә Булатовна тарафынан һайланған барлыҡ конкурстар ҙа ҡыҙҙарҙың булдыҡлығын, зирәклеген һынау өсөн ине. Ҡыҙҙар сәс үрҙе, ямау һалды, бейене, һорауҙарға яуап бирҙе, кәүҙәләрен тура тотоп китап менән дә йөрөп күрһәттеләр. Ике команда араһында ярыш бик сәмле барҙы. Әммә һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңде.