Әсәйҙәр көнөнә арналған байрам.Баттал филиалы.
Ноябрь 27, 2023
Просмотров: 113
"Әсәй. Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ бар! Әсәй – һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул" тигән девиз аҫтында мәктәптә бик матур сара үтеп китте. Кисә, 5 класс уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән Ф.Ғөбәйҙуллинаның "Кем минең әсәйем?"тигән әкиәте менән башланып китте. Был мәктәптә яңы ғына асылған театр кружоғының тәүге сығышы булды. Артабан һәр класс әсәйҙәренә әҙерләгән концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Байрамға әсәйҙәрҙең күмәк килеүе балаларға көс - дарман өҫтәне, үҙәренең әҙерләгән тамашаларын, йырҙарын, бейеүҙәрен ихлас башҡарҙылар. Хатта балаларҙың бейеүҙәренә әсәйҙәр ҙә ихлас ҡушылып бейеп киттеләр. Кисә бик матур үтте! Бөтә әсәйҙәрҙе лә байрам менән ҡотлайбыҙ!