1. Ученикам
  2. Новости
  3. Көҙгө уңыш байрамы.Башланғыс синыфтар өсөн.

Көҙгө уңыш байрамы.Башланғыс синыфтар өсөн.

Октябрь 23, 2023 Просмотров: 117
Көҙ апай тирә-яҡҡа
Һипкән алтын нурҙарын.
Кейендереп төрлө төҫкә,
Бар донъяны йыл һайын.
Был ҡайынға һары шәл,
Ә миләшкә ҡыҙылын.
Алтын келәм ер өҫтөнә,
Бик килешә, ҡарағыҙ.

Алтын күлдәген кейеп
Көҙһылыу килде беҙгә
Байлыҡ, уңыш, муллыҡ алып
Байрамға инде беҙгә.

20 октябрь мәктәптә башланғыс класс уҡыусылары өсөн Уңыш байрамы - Көҙгө бал үткәрелде. Уҡыусылар үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтте, башланғыс класс уҡытыусылары тарафынан ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашты. Байрамдан буш ҡул менән сыҡманы балалар, тәмлекәстәр, бүләктәр алып ҡыуанды.