Бөгөн-Атайҙар көнө
Октябрь 15, 2022
Просмотров: 867
Бөгөн - Атайҙар көнө. Атайлы бала - арҡалы бала, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, атай - әсәйле булып, охтажлыҡ күрмәй, бала саҡ бәхеттәрен татып үҫеүгә ни етә! Һуңынан ғүмер буйына ҡыуанып һөйләрлек хәтирәләргә бай була ул. Балаларыбыҙға атайҙарына арҡаланып, иркәләнеп йәшәргә яҙһын! Ер йөҙөндә ғаиләһе өсөн өҙөлөп, балалары өсөн йән атып торған, эшлекле, аҡыллы, яҡшы атайҙар күберәк булһын!
Матур байрам менән барлыҡ атайҙарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле мул тормош, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Балаларығыҙға өлгөлө атай, ғаиләгеҙгә ныҡлы терәк булып, бәхеттә - шатлыҡта оҙон -оҙаҡ йәшәргә насип итһен. Балаларығыҙ атай наҙын тойоп иркәләнеп үҫһендәр. Ғаиләм тип, балалары өсөн йән атып торған яҡшы, аҡыллы атайҙар күберәк булһын!
14 октябрь Озерный мәктәбендә атайҙарға арналған сара үтеп китте. Раят Килдебай улы Ишмөхәмәтов төрлө ҡыҙыҡлы конкурстар, викторина, ярыштар үткәрҙе. Аҙағынан уҡыусылар үҙ ҡулдары менән эшләгән открыткаларын бүләк итте. Атайҙар менән осрашыу сәй эсеү менән тамамланды.