21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө.

Февраль 21, 2024 Просмотров: 131
     21 февраль - Халыҡ-ара туған тел көнө. Тел- халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. "Теле барҙың иле бар" ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
    Ошо байрам уңайынан Озерный мәктәбендә тематик класс сәғәттәре үткәрелде, китапханала,    фойела күргәҙмә ойошторолдо.