Көҙгө бал
Октябрь 14, 2023
Просмотров: 80
Бөгөн Озерный мәктәбендә шаулап- гөрләп Көҙгө бал үтеп китте. Ләлә Ғәбрәшит ҡыҙы тарафынан әҙерләнгән төрлө һынауҙар аша үтеп, уҡыусылар үҙҙәренең оҫталыҡтарын, һәләттәрен күрһәтте. Ярыш бик сәмле барҙы. Шулай уҡ залда ултырғандар өсөн дә уйындар ойошторолдо, ҡара йәшник уйнатылды. Ниһайәт, жюри ағзалары Римма Вәзир ҡыҙы һәм Люциә Нәсим ҡыҙы тарафынан ярыштың еңеүселәре билдәләнде. 5 һәм 9-сы класс уҡыусыларын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!