Уҡытыусылар көнө менән!

Октябрь 5, 2023 Просмотров: 488
     “Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла.
Уҡытыусы – Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Уҡытыусы – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе. Хәҙерге уҡытыусылар һәр уҡыусыһында шәхесте күрергә һәм тәрбиәләргә тейеш.
Бөгөн Озерный мәктәбе уҡыусылары уҡытыусыларын ҡотлап шиғырҙар һөйләне, йырланы, бейене, үҙ ҡулдары менән эшләнгән открыткаларын бүләк итте һәм сәскәгә күмде.

     Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйем! Уҡыусыларығыҙҙың шат йылмайыуы күңелдәрегеҙгә көн дә йылы өләшһен, бәхет нурҙарына сорнаһын. Байрам менән!