"Һуңғы ҡыңғырау!"

Май 23, 2023 Просмотров: 28
Беҙҙә бөгөн байрам,
Беҙҙә бөгөн тантана,
Сәбәпселәре уның бына:
Торалар һеҙҙең алда.
Бөгөн Озерный мәктәбендә лә шаулап-гөрләп "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы үтеп китте. Быйыл мәктәбебеҙ ун өс ҡарлуғасын осорҙо. Беҙ уларға имтихандарын уңышлы тапшырып, теләгән уҡыу йортона уҡырға инеүҙәрен теләйбеҙ.
Хәйерле юл, егеттәр, уңған, аҡыллы ҡыҙҙар! Юлдарығыҙ уң булһын, күргегеҙ яҡты булһын! Аҡ бәхеттәр, аҡ юл һеҙгә!