Махсус операцияла ҡатнашыусылар менән осрашыу.

Апрель 28, 2023 Просмотров: 213
      Бөгөн Озерный мәктәбендә Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡан, әле ялға ҡайтҡан егеттәр менән осрашыу булды. Шаһимарҙанов Юлай менән Ниғмәтуллин Урал уҡыусыларға үҙҙәре тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Шулай уҡ яуҙа һәләк булып ҡалған егеттәрҙе лә телгә алып, бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.
     Был осрашыуҙан уҡыусылар онотолмаҫ тәьҫораттар алып таралышты. Егеттәр өсөн иҫтәлекле бүләк тә әҙерләгән ине улар. Матур теләктәр һәм шиғырҙар яҙылған открыткаларына ҡушып, уҡытыусылар ҙа егеттәрҙең исемдәре яҙылған кружкалар, ҡыр шарттарында йылы сәй эсергә тип термостар бүләк иттеләр. Һөйләшеү тәмле сәй артында дауам итте.
      Тиҙерәк тыныс тормош урынлашыуын, егеттәрҙең иҫән-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.