Һаумы Яңы йыл!

Декабрь 29, 2022 Просмотров: 55
     Беҙҙең мәктәптә лә шаулап - гөрләп Яңы йыл кисәләре үтеп китте. Берсә балаларҙың эскерһеҙлегенә ҡарап һоҡланаһың да, уларҙың мөғжизәгә шул тиклем бирелеп китеп ышаныуҙарына ҡарап йылмайып та ҡуяһың. Улар өсөн Яңы йыл байрамы үҙе бер әкиәт донъяһы бит ул!
      Шулай уҡ мәктәбебеҙҙә йыл да сығарылыш класс уҡыусылары тарафынан Яңы йыл кафеһы ойошторола. Бында инде балалары өсөн ошондай матур байрам бүләк иткән ата-әсәләргә ҙур рәхмәт!
     Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Барлыҡ ҡыйыу пландарығыҙ, изге теләктәрегеҙ, матур ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!