10 ноябрь - Рәсәй ФедерацияһыныңЭске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре көнө

Ноябрь 10, 2022 Просмотров: 52
     10 ноябрь - Рәсәй ФедерацияһыныңЭске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре көнө. Тимәк, бөгөн Эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Тарихҡа әйләнеп ҡайтһаҡ, ул 1715 йылға барып тоташа. Петр Беренсе Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәтен булдыра. Шул дәүерҙә патруль - пост, оператив, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге кеүек бүлексәләрҙе үҙ эсенә алған орган барлыҡҡа килә. Уларға халыҡтың именлеген һаҡлау бурысы йөкмәтелә. Һөнәри байрамдары уңайы менән полиция хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
         Шул байрам уңайынан 10 ноябрь көнө Озерный мәктәбе коллективы мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаған, бөгөнгө көндә Эске эштәр органдарында тырышып эшләп йөрөгән уҡыусыларын саҡырып алды. Улар уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Был һөнәрҙе һайларға теләгәндәр ниндәй сифатҡа эйә булырға тейеш икәнлеген, ҡылған енәйәт өсөн ниндәйерәк яуаплылыҡтар ҡаралған, хәүефһеҙлек кеүек темаларға һөйләштеләр.