5 октябрь халыҡ-ара Уҡытыусылар көнө.
Октябрь 5, 2022
Просмотров: 90
5 октябрь Уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы билдәләнә. Был көндө Озерный мәктәбе уҡыусылары үҙҙәрен уҡытыусы, директор ролендә һынап ҡараны. Ветеран уҡытыусыларға үҙ ҡулдары менән эшләнгән открыткалар бүләк итеп ҡыуандырҙылар. Өлкән класс уҡыусылары флешмоб ойоштороп, уҡытыусыларҙы ҡотлап китте.
Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ! Һеҙ беҙҙең иң ҡәҙерлеләребеҙ, үрнәк алырлыҡ кешеләребеҙ. Һеҙ биргән белемдәр, һеҙҙең өгөт - нәсихәтегеҙ беҙгә бөгөнгө ауыр тормошта ла дөрөҫ юлдан тайпылмайса, гел алға барырға ярҙам итә. Үҙегеҙгә лә уҡыусыларығыҙҙың рәхмәттәренә төрөнөп, уларҙың ярҙамын тойоп йәшәргә насип итһен. Атасаҡ таңдарығыҙ -аяҙ, тыуаһы көндәрегеҙ -ҡояшлы, төндәрегеҙ- тыныс, сәләмәтлегегеҙ ныҡ булһын.