Һауиы,һаумы әкиәт!"

Май 21, 2022 Просмотров: 39
      Рәмзиә Сабирйән ҡыҙы тәүҙә конкурсҡа килгән балаларҙы Марат Мингажетдиновтың биографияһы, эштәре, шәжәрәһе менән
таныштырып үтте.
Арҙаҡлы шәхескә арналған сараға мәртәбәле ҡунаҡтар Марат Минһажетдиновтың бер туған һеңлеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, әлеге көндә хаҡлы ялда булған Рауза Хәләф ҡыҙы Мөслимова, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова, Килмәк мәктәбе директоры Камил Кәбир улы Шөғәйепов саҡырылған инеләр.
      Конкурста Баттал, Сораман, Килмәк һәм Ҡобағош мәктәптәренең уҡыусылары әкиәт һөйләүҙә ярыштылар.
Баттал мәктәбенән Ғәйфүллина Гөлзиә һәм Бирғәлина Илзиә сығыш яһанылар. Жюри ағзалары баһаһы буйынса, беҙҙең ҡыҙҙар алдыңғы урындар яуланылар: Бирғәлина Илзиә - 2 урын, Ғәйфуллина Гөлзиә- Гран-при.