"Йәгеҙ әле, малайҙар!"
Февраль 21, 2022
Просмотров: 87
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан 18 февраль көнө Учалы районының Озерный мәктәбендә "Йәгеҙ әле, малайҙар!" бәйгеһе үтте. 5 -7 класс малайҙары ике командаға бүленеп ярыштылар. Ярыш бик сәмле барҙы. Әлбиттә, ярыш булғас, еңеүсеһе лә, еңелеүселәре лә була. Әммә еңелеүсе команда танауын төшөрмәне. Сөнки береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы, тәмлекәстәр ҙә тигеҙ өләшелде. Бөтәһе лә күтәренке кәйеф менән таралышты.